Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Республиканские порталы Карта сайта Вход

Муниципальный район Мечетлинский район Республики Башкортостан

Мәсетле районы Советы депутаттары ултырышы башҡорт телендә уҙҙы

26 ноября 2020
45
0

Бөгөн Мәсетле районы муниципаль район Советының бишенсе саҡырылышының өсөнсө ултырышы башҡорт телендә үтте, рус теленә тәржемә ителеп мониторҙа күрһәтелде. Ултырыш эшендә депутаттарҙан тыш, муниципаль район хакимиәте башлығы Әнис Әсәҙуллин, уның урынбаҫарҙары, ауыл биләмәләре башлыҡтары ҡатнашты. Ултырышты район Советы рәйесе Зөлфиә Әбүбәҡирова алып барҙы.

Көн тәртибенә өс һорау индерелде:

- Айырым эшмәкәрлек төрҙәре өсөн килемгә һалынған берҙәм һалым тураһындағы Башҡортостан Республикаһының Мәсетле районы муниципаль район Советы ҡарары үҙ көсөн юғалтыуын таныу тураһында Башҡортостан Республикаһы Мәсетле районы муниципаль район хакимиәте башлығының финанс мәсьәләләре буйынса урынбаҫары Әхмәтшин Айҙар Алкин улы һөйләне.

-Башҡортостан Республикаһы Үҙәк һайлау комиссияһын Башҡортостан Республикаһы Мәсетле районы муниципаль районы һайлау комиссияһы вәкәләттәрен Башҡортостан Республикаһы Мәсетле районы муниципаль районының территориаль һайлау комиссияһына йөкмәтеүе тураһында Башҡортостан Республикаһы Үҙәк һайлау комиссияһына мөрәжәғәт итеү тураһында территориаль һайлау комиссияһы рәйесе Биҡташева Гөлнара Ҡим ҡыҙы бәйән итте.

- Мәсетле районы муниципаль район Советының бишенсе саҡырылышы депутаттарының граждандарҙы ҡабул итеү графигын раҫлау тураһында Мәсетле районы муниципаль район Советы Сәғдәтов Альберт Рөстәм улы таныштырҙы.

Ултырышта ҡаралған барлыҡ һорауҙар буйынса депутаттар үҙ фекерҙәрен белдерҙе һәм тейешле ҡарарҙар ҡабул итте.