Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Республиканские порталы Карта сайта Вход

Муниципальный район Мечетлинский район Республики Башкортостан

Икмәкһеҙ донъя һанһыҙ

27 ноября 2019
32
0
Элек-электән икмәкте ризыҡтың иң ҡәҙерлеһе тип иҫәпләгәндәр, оло ҡунаҡтарҙы ла икмәк-тоҙ менән ҡаршы алғандар. Икмәкһеҙ донъя һанһыҙ, унһыҙ табындың ҡото ла юҡ.

Оло Ыҡтамаҡ ауылынан эшҡыуарҙар Наталья менән Вячеслав Зыряновтар мини-икмәкхана асҡанға ҡәҙәр кейем-һалым һатыу менән шөғөлләнә. Тауар алырға күрше Екатеринбург, Силәбе ҡалаларына, хатта Мәскәүгә лә барып етәләр. Район үҙәгендәге баҙарҙа сауҙа итеп, бынан тыш, күрше ауылдарға, райондарға ла әйбер һатырға йөрөйҙәр. Әммә ун йылға яҡын ошондай юл менән аҡса “һуҡҡандан” һуң, сауҙагәрҙәр үҙҙәре тауар етештереү йүнәлешен булдырырға йөрьәт итә.

– Кеҫә яғы әллә ни бай булмаһа ла, туғандарҙан, дуҫтарҙан бурысҡа аҡса алып тороп, бәләкәй генә булһа ла икмәк бешереү цехы асырға булдыҡ, – ти Зыряновтар. – Тәүге көндәрҙә, әлбиттә, еңелдән булманы, ауырлыҡтарға баш эймәй, алдыбыҙға ҡуйған маҡсатты тормошҡа ашырырға тип тырыштыҡ. Шөкөр, әллә ни ҙур табыш килтермәһә лә, үҙ икмәкханабыҙ бар хәҙер. Ауылдаш­тарыбыҙҙы йылы, сифатлы һәм арзан ризыҡ менән тәьмин итеүебеҙгә шатбыҙ.

Икмәк һалыу оҫталары борон-борондан оло хөрмәт ҡаҙанған. Әгәр элек ауыл кешеләре әпәкәйҙе үҙе һалһа, хәҙерге тормош рәүеше һәм көндәлек көсөргә­нешле хеҙмәт был шөғөлгә ваҡыт ҡалдырмай. Магазин кәштәләрендә аҙыҡ-түлек тулып ятһа ла, икмәккә хөрмәт һис кәмемәй. Шуға ла Оло Ыҡтамаҡ ауылы халҡы Зыряновтар тәҡдим иткән икмәк ризыҡтарын яратып һатып ала. Хатта күрше райондарҙа ла икмәк бешереү оҫталары Наталья менән Вячеслав Зыряновтарҙың продукцияһына өҫтөнлөк бирәләр. Һатып алыусылар ҙа көндән-көн арта. Иң мөһиме, кешеләр икмәкте ҡайҙа һәм кем һалыуы менән ҡыҙыҡһына. Район үҙәгенә килгән һәр кем эшҡыуарҙарҙың икмәкханаһында бешкән күмәстәрҙе мотлаҡ тәмләп ҡарарға тырыша. Әйткәндәй, бөгөн бында 50-нән ашыу икмәк-булка, кондитер изделиелары етештерелә. Әҙер продукция район үҙәгендә урынлашҡан магазиндарҙа һатыла, бынан тыш, күрше ауылдарҙа ла Зыряновтарҙың сауҙа нөктәһе уңышлы эшләй.

Бөгөн улар етештереүсе булараҡ абруй яулаған, бәләкәй эшҡыуарлыҡ вәкилдәре араһында танылыуға, баҙарҙа үҙ урынын булдырыуға өлгәшкән. Район үҙәгендә заманса ҡорамалдар менән йыһазлан­дырылған икмәкхана ла төҙөп ултырт­ҡандар. Икмәк-күмәс ризыҡтары тәүлек әйләнәһенә бешерелә. Бөгөн эшҡыуар 25 кешегә эш урыны булдырған. Хеҙмәт хаҡы ваҡытында түләнә. Мәҫәлән, һәр хеҙмәткәр, эш һөҙөмтәһенә ҡарап, айына 16-шар мең һум ала.

— Икмәк бешереүҙә беҙ элекке йолаларҙы — ҡомалаҡ әсеткеһен йәки сүпрәне, яңы технологияларҙы ҡулла­набыҙ. Әлбиттә, күп кенә осраҡта икмәктең тәмле бешеүендә, уңыуында оҫталыҡ сере иҫ киткес роль уйнай. Икмәк кешенең ҡулдарын ғына түгел, хатта кәйефен дә яҡшы “тоя”, үҙе тураһында хәстәрлек ярата, – ти етештереү цехы директоры Гөлназ Михайлова.
Эшҡыуарҙар һәр хеҙмәткәрҙең ҡәҙерен белә, ихтирам итә. Улар өсөн уңайлы шарттар, дуҫтарса мөнәсәбәт булды­рылған. Бындай ҡараш һәм иғтибар булғас, икмәкханаға эшкә килеүселәр ҙә бихисап. Зыряновтар киләсәктә лә райондаштарын сифатлы, тәмле һәм осһоҙ икмәк менән һыйлауҙы дауам итеп, яңы заманса ҡорамалдар һатып алып, икмәк ризыҡтарының ассортиментын киңәйтергә иҫәп тота.
Самат ҒӘЛИН
  • Икмәкһеҙ донъя һанһыҙ