Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Республиканские порталы Карта сайта Вход

Муниципальный район Мечетлинский район Республики Башкортостан

Мәсетле районы Советы депутаттары ултырышы тәүге тапҡыр башҡорт телендә уҙҙы

18 октября 2019
91
0

Республика етәксеһе Радий Хәбиров кәңәшмәләрҙе туған телдә үткәреү тәҡдимен еткергәйне. Был, тәү сиратта, башҡорт телен үҫтереүгә һәм уны популяраштырыуға ҙур этәргес булып тора. Башҡа район, ҡалаларҙан үрнәк алып Мәсетле районы Советы депутаттары ултырышы тәүге тапҡыр башҡорт телендә үтте.

Муниципаль район Советының сираттағы, утыҙ бишенсе ултырышы эшендә депутаттарҙан тыш, муниципаль район хакимиәте башлығы Әнис Әсәҙуллин, уның урынбаҫарҙары, ауыл биләмәләре башлыҡтары ҡатнашты. Ултырышты район Советы рәйесе Эдуард Бәҙретдинов алып барҙы.

Көн тәртибенә сығарылған тәүге мәсьәлә - район мәғариф учреждениеларының 2018-2019 уҡыу йылы эшмәкәрлеге йомғаҡтары тураһында Башҡортостан Республикаһы Мәсетле районы муниципаль районы хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Ҡадирова Гөлназ Халиҡ ҡыҙы һөйләне.

Башҡортостан Республикаһы Мәсетле районы муниципаль районының социаль-мәҙәни һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ объекттарын көҙгө-ҡышҡы эш осорона әҙерләү торошо тураһында Башҡортостан Республикаһы Мәсетле районы муниципаль районы хакимиәте башлығының төҙөлөш һәм йәшәйеште тәьмин итеү мәсьәләләре буйынса урынбаҫары Ҡәләмов Азамат Мөхәмәтхаяз улы бәйән итте.

Башҡортостан Республикаһы Мәсетле районы муниципаль районында ер ресурстарын һәм муниципаль милекте рациональ һәм эффектив файҙаланыу тураһында Башҡортостан Республикаһы Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығының Мәсетле районы буйынса милек менән идара итеү комитеты баш белгесе – ер мәсъәләһе буйынса эксперты Азат Раффаз улы Абдуллин таныштырҙы.

Муниципаль районда крәҫтиән (фермер) хужалыҡтарын үҫтереү, муниципаль районда шәхси ярҙамсы хужалыҡтарҙы үҫтереү һәм уларға ярҙам тураһында “Башҡортостан Республикаһы Мәсетле районы мәғлүмәт-консультация үҙәге” муниципаль бюджет учреждениеһының баш агроном-консультанты Зәбихуллин Салауат Ғарифйән улы мәғлүмәт еткерҙе.

Башҡортостан Республикаһы Мәсетле районы муниципаль районы Советының 2018 йылдың 18 апрелендәге “Башҡортостан Республикаһы Мәсетле районы муниципаль районында Бюджет процесы тураһында положениены раҫлау тураһында” 223-сө ҡарарына үҙгәрештәр һәм өҫтәмәләр индереү һәм ”Башҡортостан Республикаһы Мәсетле районы муниципаль район Советының 2018 йылдың 17 декабрендәге “Башҡортостан Республикаһы Мәсетле районы муниципаль районының 2019 йылға һәм 2020, 2021 йылдарҙың план осорона бюджеты” 310-сы ҡарарына үҙгәрештәр һәм өҫтәмәләр индереү тураһында Башҡортостан Республикаһы Мәсетле районы муниципаль район хакимиәте башлығының финанс мәсьәләләре буйынса урынбаҫары Әхмәтшин Айҙар Алкин улы аңлатты.

Башҡортостан Республикаһы Мәсетле районы муниципаль районы Абдулла ауыл советы ауыл биләмәһе менән Башҡортостан Республикаһы Мәсетле районы муниципаль районы араһында Башҡортостан Республикаһы Мәсетле районы муниципаль районы Абдулла ауыл советы ауыл биләмәһенең муниципаль ер контролен ғәмәлгә ашырыу буйынса вәкәләттәренең бер өлөшөн Башҡортостан Республикаһы Мәсетле районы муниципаль районына тапшырыуы хаҡында;

Башҡортостан Республикаһы Мәсетле районы муниципаль районы Әләгәҙ ауыл советы ауыл биләмәһе менән Башҡортостан Республикаһы Мәсетле районы муниципаль районы араһында Башҡортостан Республикаһы Мәсетле районы муниципаль районы Әләгәҙ ауыл советы ауыл биләмәһенең муниципаль ер контролен ғәмәлгә ашырыу буйынса вәкәләттәренең бер өлөшөн Башҡортостан Республикаһы Мәсетле районы муниципаль районына тапшырыуы хаҡында;

Башҡортостан Республикаһы Мәсетле районы муниципаль районы Оло Аҡа ауыл советы ауыл биләмәһе менән Башҡортостан Республикаһы Мәсетле районы муниципаль районы араһында Башҡортостан Республикаһы Мәсетле районы муниципаль районы Оло Аҡа ауыл советы ауыл биләмәһенең муниципаль ер контролен ғәмәлгә ашырыу буйынса вәкәләттәренең бер өлөшөн Башҡортостан Республикаһы Мәсетле районы муниципаль районына тапшырыуы хаҡында;

Башҡортостан Республикаһы Мәсетле районы муниципаль районы Оло Ыҡтамаҡ ауыл советы ауыл биләмәһе менән Башҡортостан Республикаһы Мәсетле районы муниципаль районы араһында Башҡортостан Республикаһы Мәсетле районы муниципаль районы Оло Ыҡтамаҡ ауыл советы ауыл биләмәһенең муниципаль ер контролен ғәмәлгә ашырыу буйынса вәкәләттәренең бер өлөшөн Башҡортостан Республикаһы Мәсетле районы муниципаль районына тапшырыуы хаҡында;

Башҡортостан Республикаһы Мәсетле районы муниципаль районы Дыуан-Мәсетле ауыл советы ауыл биләмәһе менән Башҡортостан Республикаһы Мәсетле районы муниципаль районы араһында Башҡортостан Республикаһы Мәсетле районы муниципаль районы Дыуан-Мәсетле ауыл советы ауыл биләмәһенең муниципаль ер контролен ғәмәлгә ашырыу буйынса вәкәләттәренең бер өлөшөн Башҡортостан Республикаһы Мәсетле районы муниципаль районына тапшырыуы хаҡында;

Башҡортостан Республикаһы Мәсетле районы муниципаль районы Ҡорғат ауыл советы ауыл биләмәһе менән Башҡортостан Республикаһы Мәсетле районы муниципаль районы араһында Башҡортостан Республикаһы Мәсетле районы муниципаль районы Ҡорғат ауыл советы ауыл биләмәһенең муниципаль ер контролен ғәмәлгә ашырыу буйынса вәкәләттәренең бер өлөшөн Башҡортостан Республикаһы Мәсетле районы муниципаль районына тапшырыуы хаҡында;

Башҡортостан Республикаһы Мәсетле районы муниципаль районы Ләмәҙтамаҡ ауыл советы ауыл биләмәһе менән Башҡортостан Республикаһы Мәсетле районы муниципаль районы араһында Башҡортостан Республикаһы Мәсетле районы муниципаль районы Ләмәҙтамаҡ ауыл советы ауыл биләмәһенең муниципаль ер контролен ғәмәлгә ашырыу буйынса вәкәләттәренең бер өлөшөн Башҡортостан Республикаһы Мәсетле районы муниципаль районына тапшырыуы хаҡында;

Башҡортостан Республикаһы Мәсетле районы муниципаль районы Кесе Ыҡтамаҡ ауыл советы ауыл биләмәһе менән Башҡортостан Республикаһы Мәсетле районы муниципаль районы араһында Башҡортостан Республикаһы Мәсетле районы муниципаль районы Кесе Ыҡтамаҡ ауыл советы ауыл биләмәһенең муниципаль ер контролен ғәмәлгә ашырыу буйынса вәкәләттәренең бер өлөшөн Башҡортостан Республикаһы Мәсетле районы муниципаль районына тапшырыуы хаҡында;

Башҡортостан Республикаһы Мәсетле районы муниципаль районы Яңы Мишәр ауыл советы ауыл биләмәһе менән Башҡортостан Республикаһы Мәсетле районы муниципаль районы араһында Башҡортостан Республикаһы Мәсетле районы муниципаль районы Яңы Мишәр ауыл советы ауыл биләмәһенең муниципаль ер контролен ғәмәлгә ашырыу буйынса вәкәләттәренең бер өлөшөн Башҡортостан Республикаһы Мәсетле районы муниципаль районына тапшырыуы хаҡында;

Башҡортостан Республикаһы Мәсетле районы муниципаль районы Яңы Яуыш ауыл советы ауыл биләмәһе менән Башҡортостан Республикаһы Мәсетле районы муниципаль районы араһында Башҡортостан Республикаһы Мәсетле районы муниципаль районы Яңы Яуыш ауыл советы ауыл биләмәһенең муниципаль ер контролен ғәмәлгә ашырыу буйынса вәкәләттәренең бер өлөшөн Башҡортостан Республикаһы Мәсетле районы муниципаль районына тапшырыуы хаҡында;

Башҡортостан Республикаһы Мәсетле районы муниципаль районы Ростов ауыл советы ауыл биләмәһе менән Башҡортостан Республикаһы Мәсетле районы муниципаль районы араһында Башҡортостан Республикаһы Мәсетле районы муниципаль районы Ростов ауыл советы ауыл биләмәһенең муниципаль ер контролен ғәмәлгә ашырыу буйынса вәкәләттәренең бер өлөшөн Башҡортостан Республикаһы Мәсетле районы муниципаль районына тапшырыуы хаҡында;

Башҡортостан Республикаһы Мәсетле районы муниципаль районы Йонос ауыл советы ауыл биләмәһе менән Башҡортостан Республикаһы Мәсетле районы муниципаль районы араһында Башҡортостан Республикаһы Мәсетле районы муниципаль районы Йонос ауыл советы ауыл биләмәһенең муниципаль ер контролен ғәмәлгә ашырыу буйынса вәкәләттәренең бер өлөшөн Башҡортостан Республикаһы Мәсетле районы муниципаль районына тапшырыуы хаҡында килешеүҙәрҙе раҫлау тураһында Башҡортостан Республикаһы Мәсетле районы муниципаль районы хакимиәте башлығының төҙөлөш һәм йәшәйеште тәьмин итеү мәсьәләләре буйынса урынбаҫары Ҡәләмов Азамат Мөхәмәтхаяз улы бәйән итте.

Шулай уҡ Азамат Мөхәмәтхаяз улы 2-се һайлау округы депутаты Русинов Константин Евгеньевичтың “Шәхси йорттарҙы Фатирҙарҙы айырым йылытыу республика программаһына индереү һәм 10-сы һайлау округы депутаты Бәҙретдинов Эдуард Фәрхетдин улының “Башҡортостан Республикаһы Мәсетле районы муниципаль районы Дыуан-Мәсетле ауылының Болон һәм Тыныслыҡ урамдарына газ индереү хаҡында мөрәжәғәттәренә яуап ҡайтарҙы.

Ултырышта ҡаралған барлыҡ мәсьәләләр буйынса депутаттар үҙ фекерҙәрен белдерҙе һәм тейешле ҡарарҙар ҡабул итте.

Мәсетле районында Башҡортостан Республикаһының йөҙ йыллығы сиктәрендә ултырыш тәүге тапҡыр башҡорт телендә уҙҙы. Тәжрибә бар, уны тик нығытырға һәм дауам итергә генә ҡала. Матур башланғыс башҡа өлкәләрҙе лә ялмап алыр тип ышанып ҡалабыҙ!